Изге эшкә ауылдаштар хеҙмәт ветераны Рима Сәмиғуллинаның тәҡдиме менән тотонған. Халыҡты берләштергән акция хаҡында киләһе яҙмала.
Ауыл зыяраты гектарға яҡын майҙанды биләй. Яңы Абзандар ҡәҙерле кешеләре ерләнгән биләмәлә һәр йәкшәмбе өмә ойошторорға күнеккән. Азат Сәмиғуллин ата-әсәһе, туғандары, ауылдаштары ярҙамында зыяратты сүп-сарҙан, ҡороған ағастарҙан таҙартып, кәртәләүҙе ойоштороуҙы үҙ иңенә алған.
Яңы Абзанда ни бары 60 кеше йәшәй. Өмәнән бер кем дә ситтә ҡалмай. Ял көндәрендә ҡалала йәшәүселәр ҙә ҡайтып ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа. Ауыл аҡһаҡалдары Карам Ғирфаноав менән Нәүфәл Сәмиғуллин да йәштәргә өлгө күрһәтеп ҡулдарына тырма алған.
Өмәселәргә аҙна һайын усаҡта ҡайнар аш һәм самауыр сәйе ҡайнатылған. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыуҙы сиратлап әҙерләгән.
Дүрт аҙна дауамында ялда сығып башҡарылған эш үҙ һөҙөмтәһен биргән. Зыярат тулыһынса кәртәләнеп алынған. Тиҙҙән ир-егеттәр ҙур ҡапҡаны нығытып, эш ҡоралдарын һаҡлау өсөн махсус контейнер ҙы ла ҡороп бөтәсәк.
Ауыл зыяратын халыҡ күмәк көс менән һәр йәкшәмбе өмә ойоштороп тәртипкә килтергән. Тамырҙары ошо ауылдан булған яҡташтары ла ситтә ҡалмаған, аҡсалата ярҙам күрһәткән.
Гүзәл Борханова