Тайыштабан үҙен ҡараусы Алексей Гаврилов менән дуҫлашып та өлгөргән. Был күренеш барыһына ла билдәле йәнһүрәтте хәтергә төшөрә хатта. Кеше менән айыу балаһының йылы мөнәсәбәттәренә БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин шаһит булды.
Йылайыр урмандарынан юлға сыҡҡан, фура тәгәрмәсе аҫтына эләгеп иҫәп ҡалған. Айыу балаһы өсөн был мажаралы тарих август аҙаҡтарында башлана. Шул төндө ул яңғыҙ ҡала һәм кешеләр араһына эләгә. Йәрәхәтләгән януарҙы юлсылар ветеринария станцияһына илтә, улар тайыштабанды Алексей Гавриловҡа тапшыра. Замандашыбыҙ айыуҙар менән быға тиклем эш иткән булған. Шуға ла ул бәләгә тарыған айыу балаһына ярҙам итеүҙән баш тартмай. Ай ярым тигәндә хайуан аяҡҡа баҫа.
Ҡунаҡтарҙы айыу шикләнеп ҡаршылай. Сит кешеләр, ят тауыштар уны хафаландыра. Тайыштабан үҙен ҡараған тәрбиәләүсегә рәхмәтле. Алексей менән урман хужаһы араһында бик йылы мөнәсәбәттәр урынлашҡан.
Әммә айыу балаһы бик тиҙ үҫә. Бер аҙҙан уны таҡта һарайҙа ғына бикләп тотоп булмаясаҡ.
Алексей айыуҙың киләсәге өсөн борсола. Уны кире тәбиғәткә сығарыу хәүефле. Дуҫын бәләкәй ситлеккә бикләү теләге лә юҡ. Алексей Гаврилов ҙурыраҡ зоопарктар йәки цирктар менән бәйләнешкә сығырға теләй. Кеше изгелеген тойған айыуҙан мотлаҡ яҡшы артист сығыр,- тигән фекерҙә ул.
Рафиҡ Әхмәтшин