Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр талап ителә

Авиация һәм нефть сәнәғәте тармағы ҡоролмаларын етештереүсе предприятиеға 5 мең кешене эшкә алыу маҡсаты ҡуйыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров предприятиены кадрҙар менән тәьмин итеү дәүләт кимәлендә мөһим бурыс тип белдерҙе. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә юлдарға ҡар төшөү менән бәйле хәл, «Йәшел Башҡортостан» акцияһы йомғаҡтары барланды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Республиканың көньяҡ райондарында тәүге ҡар төшөп, юлдарҙа авариялар теркәлеүен Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та иғтибарға алды. Юл хәрәкәтендә ҡатмарлыҡтарҙы һәм хәүефле аварияларҙы кәметеү өсөн республика етәксеһе юл хужалығы хеҙмәттәренең эшен көсәйтеү маҡсатын ҡуйҙы.

Дүшәмбе оператив кәңәшмәлә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеү йүнәлештәре билдәләнде. Авиация двигателдәрен, нефть сәнәғәте ҡоролмаларын етештереүсе предприятиеһы тағы ла киңәйтелә. Шуға ла хәрби авиация, вертолеттар һәм башҡа мөһим заказдарҙы үтәү өсөн эшсе ҡулдар талап ителә. Әле Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә уртаса хеҙмәт хаҡы 100 мең һумдан юғары һәм ул тағы ла артыр тип көтөлә.

«Урманды һаҡлайыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда көҙгө миҙгел эсендә генә 4 млн ашыу ағас ултыртылған. Был сара төбәк урмандарын тәртиптә тотоуға, үҫеп килгән быуында тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыуға ла ҙур өлөш индерә. Проектты ойоштороусылар тәҡдименә ярашлы, илдә быйыл 80 миллион ағас ултыртылды.

Төбәктә кооперативтар эшмәкәрлеге күрһәткестәренә килгәндә ыңғай динамика күҙәтелә. Башҡортостан ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ярты йыл эсендә 3 миллиард һумдан ашыу килем алған. Өс мең хеҙмәткәрҙе берләштергән 118 кооператив эшмәкәрлеген артабан киңәйтеү юлдары ҡаралды. Ауыл эшсәндәре берләшкәндә яңы эш урындары барлыҡҡа килә, продукцияның сифаты күтәреләсәк.

Флорида Ким