Башҡортостанға Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Даүрен Абаев етәкселегендәге делегация килде. Бөгөн ҡунаҡтар «Кроношпан» ағас эшкәртеү заводында, Өфө дәүләт нефть техник университетында, археология һәм этнография музейында булды. Эш сәфәре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Был ҡоролмалар тәү ҡарамаҡҡа он тирмәнендәге ҙур иләкте хәтерләтә, ысынбарлыҡта линияларҙа төҙөлөш өсөн ағас материалдар етештерелә. Сеймал булараҡ серегән ағас та, иҫке йорт йыһаздары ла, пилорамдарҙың онтағы ла файҙаланыла. Заводта уларҙы эшкәртеп төҙөлөштә киң файҙаланылған двп, оспи япмалары яһала.
Ҡаҙағстан делегацияһы заводта етештереү ҡеүәттәре, заманса технологиялар менән танышты. Өфө дәүләт нефть техник университетының Тау-нефть факультетында булды. Уҡыу йортонда Ҡаҙағстандан 274 студент белем ала, былтыр университетта фән-белем биреү үҙәге асылған, ул быраулау, нефть ятҡылыҡтарын табыу, эксплуатациялау буйынса ике тиҫтәнән ашыу лабораторияны үҙ эсенә ала. Тап ошо факультетта Ҡаҙағстан йәштәре күпләп уҡый.
Ҡаҙағстан делегацияһы Өфө археология һәм этнография музейы экспозициялары менән дә танышты. Хужалар әйтеүенсә, ике яҡты бәйләгән уртаҡ тарихи сығанаҡтар байтаҡ, шуға күрә лә был хеҙмәттәшлек файҙалы һәм кәрәкле.
Ҡаҙағстан делегацияһының Башҡортостанға эш сәфәре иртәгә лә дауам итә. Ҡунаҡтар Ҡаҙағстандың Өфөләге почетлы консуллығын асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ, эшлекле осрашыуҙар үткәрәсәк.
Башҡортостан менән Ҡаҙағстанды күптәнге сауҙа-иҡтисади, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Һуңғы йылдарҙа ике арала сауҙа әйләнеше артыуы күҙәтелә, тәүге ярты йылда күрһәткес 4,4 процентҡа арткан һәм 239 миллион долларға еткән. Әммә белгестәр фекеренсә, хеҙмәттәшлекте тағы ла киңәйтергә һәм тауар әйләнешен бер миллиард долларға тиклем еткерергә мөмкин.
Рәмзиә Кәримова