Берҙәмлек менән көслөбөҙ. Баймаҡ районы халҡы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам әҙерләй. Алғы һыҙыҡҡа консервалар, кипкән ҡорот, үлән сәйҙәре, төрлө емеш ҡаҡтары туплана. Изге эшкә олоһо ла, кесеһе лә ҡушылған. Баймаҡтарҙың күстәнәсен, сираттағы гуманитар ылау менән яугирҙарға илтеү ҡарала.
Кәбеҫтә сөгөлдөр һәм кишер. Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы ашнаҡсылары алғы һыҙыҡҡа борщ консерваһын әҙерләй. Уҡытыусылар ҙа изге эштән ситтә ҡалмай.
Консервалар әҙерләүгә уҡыусылар ҙа ҡушылған. Борщ тултырылған банкаларға улар этикеткалар йәбештерә. Ә Баймаҡ районы Ярат урта мәктәбендә алғы һыҙыҡҡа оҙатыу өсөн һалма ҡырҡалар. Ризыҡҡа изге теләк һәм доғалар ҙа ҡушыла.
Ярат урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға маскировкалау селтәрҙәрен үреү ҙә ойошторолған. Урындағы халыҡ, уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың берҙәм көсө менән яҡташтарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән япма әҙерләнә. Махсус схема буйынса эшләнгән селтәрҙе, дошман тепловизорҙары ла күрмәй.
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы Баймаҡ филиалында блиндаж шәмдәре эшләнә. Ул тирә-яҡты яҡтыртып ҡына ҡалмай, һалдаттарға йылынырға, кейем киптерергә, кәрәк саҡта аш-һыу әҙерләргә лә мөмкинлек бирә. Балауыҙ һәм парафин шәмдәрҙең төтөнө юҡ.
Йомаш урта мәктәбе хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы менән бергә шифалы сәй әҙерләү өсөн өмә ойошторған. Ирәндек һыртында үҫкән үләндәр көс өҫтәй, ауырыған саҡта аяҡҡа баҫтыра, ти улар.
Алғы һыҙыҡҡа ҡорот та йомарланған. Яугирҙар өсөн милли һөт ризығын оҙатыуға урындағы ауыл хужалығы кооперативтарҙың береһендә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарайҙар. Улар махсус ҡаптарға һалына.
Махсус хәрби операция биләмәһенә ярҙам мәсьәләһенә Баймаҡ халҡы яуаплы ҡарай. Алғы һыҙыҡта күптәрҙең яҡындары, туғандары, ауылдаштары алыша.
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Баймаҡ районы халҡы өсөн был һүҙҙәр һуңғы йылдарҙа тормош девизына әйләнде. Яҡындары алыҫта булһа ла, йөрәктәре уларҙың бергә тибә. Олоһо ла, кесеһе лә еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
Рафиҡ Әхмәтшин