Сытырман - Үрге Сат юлының бер өлөшөндә ремонт тамамланды

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Яңауыл районында 3 километрҙан ашыу  юл тәртипкә килтерелгән.  Бының өсөн 40 миллион  һум тотонолған.  - Трасса Сытырман,  Ямаҙы, Иҫке Алдар, Тау, Мәсәғүт, Түбәнге  Сат һәм Үрге Сат ауылдары  аша үтә. Уларҙа мең ярым кеше йәшәй, - тине ведомство башлығы Александр Клебанов. Быйыл Сытырман һәм Үрге Сат араһында 12 километр ярым трассаны төҙөкләндереү  планлаштырыла.