Былтырғы уҡыу йылында 130 меңгә яҡын бала һәм 5 мең уҡытыусы теш табибы ярҙамы алған. Өфөләге 1-се республика полилингваль гимназияһының стоматология кабинеты эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Өсөнсө синыфта уҡыусы Злата стоматологка тештәрен фторлатырға килгән. Әле пластина кейгән ҡыҙға был процедура айырыуса кәрәк. Злата тештәрҙе бала саҡтан һаҡларға кәрәклеген дә яҡшы аңлай.
Өфөнөң 1-се республика полилингваль гимназияһында яңы стоматология кабинеты 2019 йылда асыла.
Уны төҙөү һәм йыһазландырыу «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә башҡарыла. 3-се стоматология поликлинкаһынан беркетелгән теш табибы Фәриҙә Әхиәр ҡыҙы әйтеүенсә, уңайлы шарттарҙа эшләү - үҙе бер кинәнес.
Гимназияла мең 700 уҡыусы белем ала. Уҡыу йылы дауамында уларҙың һәр береһе даими тикшеренеү үтә, дауалау планға ярашлы ойошторола. Көнөнә теш табибы яҡынса 25 баланы ҡабул итә. Бынан тыш, малай-ҡыҙҙар менән гигиена һорауҙарына бәйле әңгәмәләр уҙғарыла.
Өфө мәктәптәрендә 74 стоматология кабинеты эшләй. Уларҙың төп маҡсаты - балаларҙың теш ауырыуын иҫкәртеү.
Стоматология кабинеттары селтәрен булдырыу тәҡдиме менән 2019 йылда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһағайны. Ошо ваҡыттан алып был йүнәлештә эш йылдам алым барыла. Әлеге ваҡытта республика мәктәптәрендә лицензияға эйә 234 стоматология кабинеты эшләй. Уларҙың 110-ы һуңғы биш йыл эсендә асылған. Тағы 13 теш дауалау кабинеты лицензия алыу этабында.
Әлфинә Килдейәрова