Өфөлә «Башҡорт шәле һәм студент йәштәр: традицияларҙы тергеҙеү» төбәк конкурс-фестивале уҙҙы

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Башҡорт шәле һәм студент йәштәр: традицияларҙы тергеҙеү» төбәк конкурс-фестивале уҙҙы. Сарала шәл бәйләү оҫталары студенттарға оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, иң яҡшы ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторҙо.

Еткән ҡыҙҙар быға тиклем ҡулдарына орсоҡ тотоп ҡарамаған. Ҡулдарҙа орсоҡтай замана гаджеттары әйләнә шул хәҙер. Мамыҡ еп булып һуҙылып ҡына бармай, өҙөлөп тә китә. Педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында ғәҙәти булмаған дәрес Башҡорт шәле конкурсы сиктәрендә ойошторолған.

Ейәнсура һәм Хәйбулла райондарынан килгән оҫталар шәл бәйләү серҙәре менән егеттәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра алды.

Сараны юғары уҡыу йортоноң Башҡорт фольклоры ғилми- тикшеренеү үҙәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусылары менән берлектә ойошторған. Ул мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған.

Фестивалгә Ейәнсура һәм Хәйбулла районының шәл бәйләү оҫталары иң яҡшы эштәрен килтергән. Дебеттән шәлдәр, бирсәткә, бейәләй, баш кейемдәре - бөтәһе лә күңел йылыһы һалып бәйләнгән.

Ейәнсура районы Сәғит ауылынан «Көнбикә» фольклор коллективы килгән. Ейәнсура Башҡорт шәле байрамында йыл һайын гран-приға эйә була. Шәл бәйләүҙе үҫтереү буйынса байтаҡ йүнәлештәр ҡаралған.

Хәйбулла районының Вәзәм ауылы һуҡма шәлдәр килтергән. Ауылда был боронғо йола заманса стилдә тергеҙелгән.

Йәш быуында шәл бәйләүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, халҡыбыҙҙың был кәсебен заманса кимәлгә күтәреү маҡсатында уҙған конкурста ҡатаншыусылар ҡул эштәрен һатып та ҡыуанды. Сөнки һауа торошо тиҙҙән ҡыш киләсәген белдерә , ә дебеттән бөтә кейем дә йылы ғына түгел, дауалау көсөнә лә эйә.

Рәмилә Исмәғилева