Ғафури районы Сәйетбаба ауылында абуйлы шәхес, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, тиҫтә йылға яҡын республика башҡорт милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе булып эшләгән Рәзим Ибраһим улы Мәүлетҡоловты хәрмәтләп иҫкә алдылар. Рәзим Мәүлетҡолов уҡымышлы, ишле ғаиләлә донъяға килгән. Урта мәктәптән һуң ауыл хужалығы институтында белем алған. Тыуған ерендә колхоз рәйесе, ауыл хакимиәте башлығы вазифаларында эшләй. Үҙен кешелекле, оҫта етәксе итеп таныта. Моң яратҡан етәксенең ҡул аҫтында» Мырҙаҡай» фольклор, «Аҡбейек» ир-егеттәр вокал ансамблдәре республика конкурстарында уңыш ҡаҙана.