Тиҙҙән Өфө тарихы тураһында яңы китап донъя күрәсәк

Ул ҡаланың иҫтәлекле урындары тураһында риүәйәт һәм легендаларҙан тора. Китап өсөн мәғлүмәтте тулыһынса ҡала халҡы йыйған.

«Ҡала легендалары төбәк конкурсы» Бөтә Рәсәй проектының бер өлөшө. Унда 60-тан ашыу кеше ҡатнашҡан, ҡыҙыҡлы 22 тарих жюри тарафынан китапҡа баҫтырыу өсөн һайлап алынған. Баҫмаға шулай уҡ Өфө буйлап сәйәхәт маршруттары, шағир Виктор Лязиндың Өфө тураһында шиғырҙары инәсәк. Проект баш ҡаланың юбилейы айҡанлы тормошҡа ашырыла. Китаптың электрон варианты дөйөм ҡулланыш өсөн тәғәйенләнгән.