«Тамыр»ҙың яңы еңеүе. «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS»-2023 Рәсәй милли телевизион премияһына лайыҡ булды. Кескәйҙәр өсөн популяр телепрограмма «Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу программаһы» номинацияһында билдәләнгән.
«Сәңгелдәк» - 30 йылдан ашыу тарихы булған «Тамыр» телеканалының тәүге тапшырыуҙарының береһе. Ошо ваҡыт эсендә программа бр нисә быуын малай-ҡыҙҙарҙың яратҡан тапшырыуына әүерелә, «Сәңгелдәк»тән йөҙҙәрсә экран йондоҙҙары үҫеп сыға. Әлеге ваҡытта «Тамыр» телеканалы кескәй тамашасыларға бихисап мауыҡтырғыс проекттар тәҡдим итеүендә лә «Сәңгелдәк»тең өлөшө ҙур.