Өфөлә Михаил Гладких «Йолаларҙы һаҡлап» тигән күргәҙмә тәҡдим итте

Өфөлә «Торатау» Конгрес-Холы бинаһында рәссам Михаил Гладких һынлы сәнғәт һөйөүселәргә «Йолаларҙы һаҡлап» тигән күргәҙмә тәҡдим итте.

Художество оҫтаханаһында йөҙҙән ашыу картина. Унда Михаил Гладких әҫәрҙәренән тыш, рәссамдың уҡыусылары ижпад иткән хеҙмәттәрҙе лә күрергә мөмкин. Картиналарҙа Өфө пейзаждары, тәбиғәт күренештәре, төрлө осор кешеләре һәм уларҙың яҙмыштары сағылған. Рәссамдың уҡыусылары төрлө һөнәр эйәләре, улар араһында бухгалтерҙар, табиптар, иҡтисадсылар ҙа бар. Оҫта фекеренсә, тормош тәжрибәһе булған һәр кеше оҫтаханала үҙенең һәләтен аса ала. Күргәҙмә аҙна аҙағына тиклем дауам итә .

Оҫтаханаға килгән уҡыусылар ярты йыл тигәндә юғары кимәлдәге картиналар яҙыуға ирешә. Профессионалдарҙан айырмалы, улар һәр эшенән ҡәнәғәтлек тойғоһо ала, уҡыусыларҙың үҙ тормош тәжрибәһе бар. Минең эштәрем күберәк фәлсәфәүи темаларға ҡағыла, кеше ғүмере, ваҡыт төшөнсәһе, тромош мәғәнәһе һәм башҡалар. Ижадта һәр кем үҙ юлын таба ала тип уйлайым.

Михаил Гладких, рәссам, Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы