Был турнир октябрҙән апрелгә тиклем ветерандарҙың 14 командаһы араһында үтә. Миҙгелде асыу тантанаһында Башҡортостан волейбол федерацияһы рәйесе Валерий Багметов менән кубокҡа нигеҙ һалыусы Игорь Новиков ҡатнашты. Уҡыу йорто етәксеһе Илдар Ғәбитов турнирҙың мөһимлеген билдәләне. Сөнки ветеран спортсылар йәш быуын өсөн өлгө булып тора. Бындай саралар спортты һәм әүҙем сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандай. Ярышта ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ уҡыу йортоноң
«Ағиҙел» халыҡ бейеү ансамбле лә сәләмләне. Турнирҙы асыу тантанаһынан һуң тәүге тур уйындары үтте.