Республикала Өсөнсө халыҡ-ара этнотуризм форумы асылды

Уның эшендә илебеҙҙең 5 тиҫтәнән ашыу төбәге, шулай уҡ Белоррусия һәм Абхазия делегациялары ҡатнаша. Туриндустрия йыйынына килеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.

Этнотуризм - тарихи, мәҙәни туризм йүнәлештәренең береһе. Айырым бер халыҡ йәшәгән урынға сәфәр ҡылып, уның көнкүреше, мәҙәниәте, тарихи урындары менән танышыу, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен, йола һәм байрамдарын өйрәнеүҙе күҙаллай. Был йәһәттән Башҡортостан ысын хазина. Республикала йөҙҙән ашыу милләт дуҫ һәм татыу йәшәй. Уларҙың һәр береһе үҙенең телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалған. Шуға ла Башҡортостан Рәсәй туристары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Форумдың маҡсаты сағыу, үҙенсәлекле маршруттар һанын тағы ла арттырыу. Был йәһәттән республикала туризм өсөн «Урал» махсус иҡтисади үҫеш биләмәһен асыу проекты бар. Ул әле эшләп килгән һәм инвестициялар талап иткән объекттарҙы берләштерә. Башҡортостан башлығы ла форум барышында проект менән танышты.

Башҡортостанды донъя туризмы өсөн асыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Әле беҙҙең күп кенә проекттарыбыҙ уңыш ҡаҙанды тип билдәләне республика башлығы форумды асыу тантанаһында.

Рәсәй төбәктәренән килгән форум ҡунаҡтары «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» проекты менән ҡыҙыһыныуын йәшермәй. Уның ярҙамында өлкән йәштәгеләргә ял итеү мөмкинлеге булдырылған. Быйыл проект Рәсәй сиктәрен дә ашты. 1200 самаһы пенсионер Белоруссияла ял итһә, яңыраҡ Абхазия йүнәлеше лә асылды. Форум барышында был республика вәкилдәре менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Донъя кимәлендә геосәйәси хәл ҡатмарлашыуға бәйле илдә эске туризмға ихтыяж арта. Был йәһәттән Башҡортостан сәйәхәтселәрҙең зауығына тура килерҙәй хеҙмәт һәм мөмкинлектәр тәҡдим итә. Күп милләтле халыҡтың үҙенсәлекле һәм сағыу мәҙәниәте, хозур тәбиғәте, сәләмәтлекте нығытыу шарттары туристарҙы үҙенә йәлеп итә. Әле Башҡортостанда ҡунаҡсыллыҡ индустрияһының инфраструктураһын камиллаштырыу ҙа дауам итә. Был маҡсатта федераль үҙәктән өҫтәмә рәүештә 900 миллион һум самаһы аҡса йәлеп ителде. Ял итеү өсөн мөмкинлектәр тағы ла арта.

Рафиҡ Әхмәтшин