Октябрьскийҙа аяҡһыҙ ҡалған пенсионер ҡатын махсус хәрби операция яугирҙарына йыуғыстар бәйләй

89 йәшлек Нурикамал Ғиләжетдинова был изге эшкә телевизорҙан ирекмәндәр эшмәкәрлеге тураһында ишеткәс, тотона. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Үҙ ғүмерендә күпте күргән Нурикамал Шакирйән ҡыҙы фронттағы егеттәр тураһында һүҙ ҡас, күҙ йәштәрен тыя алмай. Теләге бер генә: донъялар тыныс торһон. Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә теләп, ханым бәйләүгә тотонған. Һуңғы бер аҙнала ғына һалдаттарға 10 йыуғыс әҙерләгән. Йоҡоһоҙ төндәрендә лә өлкән йәштәге ҡатын ҡулына бәйләмен ала.

Нурикамал Ғиләжетдинова бәйләм серҙәрен бала саҡтан уҡ белә. Ойоҡбаш, шәл тиһеңме - барыһы ла ҡулынан килә. Йыуғыстар эшләргә өлкәнәйгәс өйрәнә. Башта туған-тыумаса, күрше-күләндәргә бүләк итеп тарата. Хәҙер уға ҡыҙы Розалия Ғабдрахманова ла ярҙам итә.

Һуғыш балаһы булараҡ, Нурикамал Ғиләжетдинова тыныс тормош ҡәҙерен белә. Ул ваҡытта тылдың фронтҡа нисек ярҙам күрһәткәнен яҡшы хәтерләй. Кем йөн иләй, кем ойоҡ бәйләй - барыһы ла еңеү өсөн көсөн йәлләмәй. Пенсионерҙың ауылдаштары бөгөн дә берҙәмлек көсөн үҙ миҫалында иҫбатлай.

Физик мөмкинлектәре сикле булһа ла, ихтыяр көсө сикһеҙ ханымдың. Пенсионер һалдаттарға бер партяи йыуғыс ебәреп өлгәргән дә инде. Материал ғына етһен, ти пенсионер. Ошо көндәрҙә масхус хәрби операция биләмәһенә Нурикамал Ғиләжетдинованың йыуғыстары менән яңы посылка юлланасаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина