Радий Хәбиров Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге Музыка музейы төҙөлөшө барышы менән танышты

Свердлов урамында урынлашҡан ағас бина тәртипкә килтерелә. Капиталь ремонт теүәл бер йыл элек башланды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, музей киләһе йылдың майында асыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Федор Шаляпин исемендәге Музыка музейы күргәҙмәләре бер нисә бүлмәлә урынлаштырыла. Бында 19-сы быуат аҙағындағы интерьер һаҡлана. Ошо осорҙа бөйөк опера йырсыһы Өфөлә сығыш яһаған.