Ул киләһе йылда баш ҡаланың 450 йыллығы барышында ойошторола. “Форум юғары кимәлдә үткәреләсәк”, тине Башҡортостан Спорт министры Руслан Хәбибов. Бының өсөн тейешле шарттар бар. Беҙҙең республикала яңы спорт объекттары төҙөлә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПрезидент Владимир Путин 2024 йылда Өфөлә “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумын уҙғарыу тураһында белдерҙе. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләһе йылда ошондай ҙур сараны ҡабул итеү Башҡортостан өсөн оло мәртәбә. “Баш ҡаланың 450 йыллығы уңайынан мөһим объекттар төҙөлә. Форум республика халҡы өсөн ҙур бүләк, спорт һәм физик культураны үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса”, тине Радий Хәбиров.