Башҡортостандың бюджет кредиты буйынса бурысы иҫәптән сығарыла

Рәсәй Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, инфраструктураны яҡшыртыуҙа әүҙем ҡатнашҡан төбәктәргә ташлама яһала. Исемлектә беҙҙең республикала ла бар. Дөйөм алғанда, 12 төбәк 8,2 миллиард һумлыҡ бурысынан ҡотола. Башҡортостанда бюджет кредиттары ярҙамында ҙур төҙөлөштәр алып барыла. Өфөлә “Көньяҡ ҡапҡа” проекты тормошҡа ашырыла, мәктәп төҙөлә, Нефтекама ҡалаһында таҙартыу ҡоролмалары урынлаштырыла.