Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә “Сәнғәт төнө” уҙа

Акция быйыл “Рәсәй берләштерә” исеме аҫтында үтә. Мәҙәни-белем биреү сараһында 100-ҙән ашыу музей, китапхана, мәҙәниәт–күңел асыу учреждениелары ҡатнаша. Өфөлә, мәҫәлән, ҡала планетарийында нәфис фильм күрһәтелә, рәсемдәр күргәҙмәһе ҡуйыла, уйындар үткәрелә. Сергей Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында оҫтаханалар эшләй, яҙыусылар менән осрашыуҙар була, шулай уҡ күңел асыу саралары ойошторола. “Сәнғәт төнө”нә  килеүселәр “Пушкин картаһы”н ҡуллана ала.