Етештереүҙе яңыртыу бурысы ҡуйылды

“Илдәге еңел сәнәғәт предприятиелары бушап ҡалған урындарҙы алырға тейеш. Производствоны яңыртырға, яңы кейем өлгөләре сығарырға, Рәсәйҙәге баҙарҙы яуларға ваҡыт”. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә үткән еңел сәнәғәт форумы барышында шулай тип белдерҙе. “Башҡортостан - авиация двигателдәре, вертолеттар, нефть, нефть химияһы менән генә дан тотмай. Беҙ уны еңел сәнәғәт үҫешкән төбәк булараҡ та билдәле итергә тырышабыҙ”, - тине ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала еңел сәнәғәт предприятиеларына субсидия бирелә. Был маҡсатта ҡаҙнала 140 миллион һум аҡса ҡаралған. “Ағиҙел” халыҡ кәсептәре предприятиеһы етәксеһе Гүзәл Кәримова әйтеүенсә, дәүләт ярҙамы ойошмалар һанын арттырыуға этәргес бирергә тейеш.