Бөгөн Өфөлә «Легпром» еңел сәнәғәт форум-күргәҙмәһе асылды

4-се тапҡыр ойошторолған сарала быйыл Рәсәй төбәктәренән, Беларусь, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан республикаларынан 80 компания ҡатнаша. Форум тиҫтәгә яҡын майҙансыҡты үҙ эсенә ала, өлкәндәр, балалар кейеме, мода, дизайн майҙансыҡтарынан тыш сифат мәсьәләһенә, кадрҙар тәьминәтенә ныҡлы иғтибар бирелә. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Юдашкин йәки Зайцев коллекциялары түгел, әммә Башҡортостан модельерҙары тәҡдим иткән кейем өлгөләре лә данлыҡлы дизайнерҙарҙыҡынан ҡалышмай. Зауыҡлы, матур һәм милли элементтары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Республика предприятиелары еңел сәнәғәттең төрлө йүнәлештәрен үҙләштерә, өлкәндәр, балалар йәки төрлө һөнәр эйәләре өсөн кейем-һалым.

Башҡортостанда еңел сәнәғәт үҫеше Республика етәкселеге тарафынан алып барылған эҙмә-эҙлекле сәйәсәт һөҙөмтәһе. Был тармаҡта эшләгән компанияларға ҡоролмалар, сеймал өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға дәүләт субсидияһы бүленә. Белгестәр фекеренсә, еңел сәнәғәт үҫеше төбәктәге тормош сифатының сағылышы. Мәҫәлән «Ағиҙел» предприятиеһы һуңғы йылдарҙа мәғариф учреждениелары, туризм объекттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Бында Шайморатов кластары өсөн формалар тегеү яйға һалынған, шулай уҡ предприятие глэмпингтар өсөн тирмәләр һәм йыһаздар тегә.

Күргәҙмәлә махсус хәрби операция өсөн кейем-һалым теккән предприятиеларҙың экспозициялары ла ҡуйылған. Был эшмәкәрлекте бушлай, ирекмәнлек нигеҙендә алып барыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Башҡортостандың өс ҡалаһында яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡтар бәйләү һәм тегеү ойошторолған. Ирекмәндәр алғы һыҙыҡҡа 48 мең тирәһе әйбер оҙатҡан да инде. Тегергә, бәйләргә материал булһа беҙ тәүлек әйләнәһенә эшләргә әҙер, ти улар.

Быйыл еңел сәнәғәт форумында сифат мәсьәләһенә лә етди иғтибар бирелә. Сөнки кейем-һалым тураһында һүҙ барғанда матурлыҡ, уңайлыҡ, зауыҡ ҡына түгел, әйберҙең сифатлы булыуы ла шарт. Тәү сиратта балалар кейеме өсөн ҡулланылған туҡыма сифатлы, тәбиғи булырға тейеш. Быйыл Башҡортостандың стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгендә туҡымаларҙы тикшереү лабораторияһы ла эшләй башлаған.

«Рәсәй сифат системаһы» автономиялы ойошмаһы етәксеһе Максим Протасов белдереүенсә, Башҡортостан илдең башҡа төбәктәре өсөн сифат өлгөһө булып тора. Төбәктә етештерелгән бар продукцияға ла талаптар юғары. Бында еңел сәнәғәт тауарҙарын да, аҙыҡ-түлекте лә миҫалғпа килтерергә мөмкин.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың еңел сәнәғәт тармағы 300-ҙән ашыу предприятиены һәм шәхси эшҡыуарҙы берләштерә. Быйыл 8 айҙа улар тарафынан 11 миллиард һумға яҡын продукция етештерелгән, был алдағы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 1 миллиард 500 миллион һумға күберәк. Етештереү ҡеүәттәренең артыуы тәү сиратта төбәк етәкселегенең иғтибары менән бәйле. 2020 йылдан еңел сәнәғәт предприятиеларына 432 миллион һум субсидия йүнәлтелгән, дәүләт ярҙамы менән 195 компания файҙаланған.

Рәмзиә Кәримова