Республика Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” ултырышын үткәрҙе. Октябрьский ҡалаһында бетондан төҙөлөш әйберҙәре етештереү заводын асыу ҡарала. Бының өсөн 300 миллион һум йәлеп ителә. Заводта тротуар плитәһе, бордюр һәм юл хужалығы өсөн башҡа продукция сығарыу ҡарала. Туймазы районында йылы япмалар комплексын яңыртыу эше алып барыла. Инвестор йәшелсә үҫтерелгән теплицилар майҙанын киңәйтеү өсөн 277 миллион һум тотонорға ниәтләй. Ултырышта ике проектты ла өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә һәм дәүләт яғынан финанс ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде.