Өфөлә еңел сәнәғәт форумы дауам итә

Башҡортостан күргәҙмәләр үҙәгендә республикала етештерелгән әйбер өлгөләре ҡуйылған. Бер йыл элек көнбайыш индергән санкцияларға бәйле туҡыма һәм фурнитура алыу ҡыйынлашты. Бөгөн компаниялар Беларусь, Төркиә һәм Ҡытай менән бәйләнештәр булдырған. “Еңел сәнәғәт өсөн сеймал алыу мәсьәләһе хәл ителә”, - тип белдерҙе Башҡортостан вице-премьеры – Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала еңел сәнәғәт тармағында 300-ҙән ашыу компания һәм шәхси эшҡыуар эшләй. Быйыл улар 11 миллиард һумлыҡ тауар сығарған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Илдәге еңел сәнәғәт предприятиеларының бушап ҡалған урындарҙы алыу мөмкинлеге бар. Етештереүҙе яңыртырға, яңы кейем өлгөләре сығарырға, Рәсәйҙәге баҙарҙы яуларға ваҡыт”, - тип белдерҙе. “Республика – авиация двигателдәре, вертолеттар, нефть, нефть химияһы менән генә дан тотмай. Беҙ Башҡортостанды еңел сәнәғәт үҫешкән төбәк булараҡ та билдәле итергә тырышабыҙ”, - тине ул.