Сипайлово биҫтәһендә травматология бүлексәһендә капиталь ремонт үткәрелде. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә яҙыуынса, дауаханала иркен яҡты бүлмәләр йыһазландырылды, электрон сират барлыҡҡа килде, пациенттарға коридорҙа көтөү өсөн уңайлы шарттар булдырылды. Өфө дауаханаларын төҙөкләндереү яңы программа буйынса тормошҡа ашырыла. Уны быйыл июндә Радий Хәбиров иғлан итте. Бының өсөн ике йылда 500 миллион һум бүленә.