Өфөлә милли проект буйынса 5 урам тәртипкә килтерелде

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, баш ҡалала 11 урында ремонт бара. Бының өсөн 2,5 миллиард һум бүленгән. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, Новороссийск, Һалле, Демьян Бедный, Шәфиев, Менделеев урамдарында 6,5 километр арауыҡ төҙөкләндерелде. Зинин ҡасабаһы янында юл үткәргес төҙөлә, Бейек һәм Эшсе хәбәрселәр урамдарында ремонт дауам итә. Өфөлә Интеллектуаль транспорт системаһы ҡулланыла. Ул тығындар ваҡытында автомобилдәр хәрәкәтен көйләргә мөмкинлек бирә.