Өфөлә капиталь ремонттан һуң 5-се балалар поликлиникаһының травматология бүлеге үҙ эшен башланы

Бинаны эске яҡтан төҙөкләндереүгә республика ҡаҙнаһынан 11 миллион һум йүнәлтелгәйне. Проект буйынса беренсе тапҡыр һәм ҡабаттан килгән пациенттарҙы бүлеп ҡабул итеү буйынса уңайлы шарттар, өҫтәмә кабинеттар булдырылған, сират мәсьәләһе хәл ителгән. Яңыртылған медицина учреждениеһы эшмәкәрлеге менән төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да танышты. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, баш ҡала поликлиникаларын төҙөкләндереү мәсьәләһенә иғтибар юғары.

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Өфөнөң беренсел звено поликлиника һәм медицина учреждениеларын яңыртыу буйынса республика программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Ошо маҡсатта алдағы биш йылда ҡаҙнанан финанс ярҙам бүлеү ҡаралған. Балалар травматология бүлегендә капиталь ремонт яһалыуы - ҡуйылған маҡсаттарға тәүге аҙым. Медицина учреждениеларында пациенттар һәм табиптар өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры

5-се балалар поликлиникаһының травматология бүлеге баш ҡаланың Октябрь районын хеҙмәтләндерә, бер сменала йөҙҙән ашыу кескәй пациент ҡабул ителә. Кабинеттар хәҙер яңы медицина ҡорамалдары, мебель менән йыһазландырылған. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлы шарттар булдырылған.