Бәхетһеҙ осраҡ баш ҡаланың Вологда урамында теркәлгән. 31 йәшлек водитель идара иткән трамвай 8-се маршрут буйынса хеҙмәтләндерә. Ҡыҙғанысҡа, рельслы транспорт юлға рөхсәт ителмәгән урында килеп сыҡҡан йәйәүлене бәрҙерә. Ир тиҙ ярҙам хеҙмәте килеп еткәнсе вафат була. Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлана.