Алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн кипкән ҡорот, үлән сәйҙәре, төрлө емеш ҡаҡтары туплана. Мәҫәлән, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы коллективы борщ консерваһы әҙерләй, һалма ҡырҡа. Ярат урта мәктәбендә маскировка селтәрҙәрен үреү ойошторолған. Ябай халыҡ, педагогтар һәм уҡыусыларҙың берҙәм көсө менән яҡташтарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән япма әҙерләнә. Махсус схема буйынса эшләнгән селтәрҙе дошман тепловизорҙары ла күрмәй. Ауыл мәктәбе директоры Миләүшә Юлдашбаева:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Махсус хәрби операцияла күптәрҙең яҡындары, туғандары, ауылдаштары ҡатнаша. Халыҡ һалдаттарға ихлас ярҙам итә. Олоһо ла, кесеһе лә еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша”, - ти Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБаймаҡтар тупланған кәрәк-яраҡтарҙы һәм күстәнәстәрҙе сираттағы гуманитар ылау менән яугирҙәргә оҙатырға ниәтләй. Ноябрҙә республиканан 100-сө конвой ебәреү ҡарала.