Түбәнге Новгород өлкәһендә Башҡортостан башлығы Салауат Юлаев исемендәге икенсе бататльондың хәрби байрағын тапшырҙы. Радий Хәбиров яҡташ яугирҙар күнекмә үткән майҙанда булды. Уларҙың әҙерлек шарттары менән яҡындан танышты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Росгвардия ғәскәрҙәре составында Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге беренсе ирекле батальоны ойошторолдо.
Унда хеҙмәт итергә теләүселәр һаны күп булыу сәбәпле республика башлығы икенсе батальон ойоштороу башланғысын да хупланы. Яугирҙар әле махсус хәрби операцияла сыныҡҡан инструкторҙар етәкселегендә күнекмә үтә. Радий Хәбиров казармаларҙы ҡараны, ашхана, урындағы музей менән танышты. Яҡташ хәрбиҙәр менән яҡындан аралашты. Башҡортостан башлығы ҡулына ҡорал тотоп Ватан һағына баҫыусыларҙың батырлығын юғары баһаланы һәм республика яугирҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса барлыҡ йөкләмәләрҙе теүәл үтәйәсәк тип белдерҙе.