Башҡортостанда алкоголле һәм спиртлы продукция етештереүселәргә ҡарата талаптар ҡәтғиләштерелә

Һыра, сидр, пуаре кеүек эсемлектәрҙе идентификация саралары менән маркировкалауға ҡарата талаптарҙың ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар тарафынан үтәлеше дәүләт контроленә индереү тәҡдим ителә. Был һорау Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш депутаттарының икенсе ултырышында ҡаралды. Көн тәртибенә 50-нән ашыу һорау сығарылды. Һалым кодексына ла үҙгәрештәр индереләсәк. Рәсәйҙә үткән Халыҡ-ара спорт ярыштарында еңеүселәрҙең приздарына һалым билдәләнмәйәсәк.

«Башҡортостанда ер мөнәсәббәтәрен көйләү тураһында» ғы законға үҙгәреш индереү һорауы беренсе уҡыуҙа ҡаралды. Ул авария хәлендә тип табылған йәки һүтелергә тейешле йорттарҙа йәшәүселәрҙең хоҡуҡтарын яклай. Закон проекты ошо категорияға ҡараған граждандар өсөн йорт төҙөүсе инвесторҙарға ер участкаларын ҡуртымға биргәндә торг үткәрмәҫкә тәҡдим итә. Ветеринария фармацевтары эшенә лә үҙгәрештәр индерелә.