Өфөлә өсөнсө халыҡ-ара этнотуризм форумы тамамланды

Күләмле сарала илебеҙҙең 56 төбәге, Белорусия, Абхазия делегациялары ҡатнашты. «Торатау» Конгресс-холында үткән йыйында «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй премияһы конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Эколгия, энотуризм, һауыҡтырыу, йәштәр, сәнәғәт туризмы маршруттары буйынса иң яҡшы проекттар асыҡланды. Финалистар араһында эксперттар ете эште гран-при менән баһаланы. Еңеүселәр араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар.

«Көньяҡ Урал һуҡмағы» тигән проектым юғары баһаға лайыҡ булыуға шатмын. Был һуҡмаҡ минең олтатайымдың сабынлығы аша уҙа. Йәйгеһен һуҡмаҡ Бөрйәнгә тиклем барып етәсәк. Туристарҙы Көньяҡ Уралдың хозур мөйөшөнә сәйәхәткә көтөп ҡалам.

Рәис Ғәбитов, «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туризм премияһы конкурсында гран-при яулаусы

«Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй конкурсы туғыҙ йыл элек старт ала. Быйыл унда ҡатнашыу өсөн туроператорҙарҙан 571 ғариза ҡабул ителгән. Улар араһынан 268 туристик маршрут проекттары яҡланған. Башҡортостанда сәйәхәт итеү 48 маршрут буйынса үҫешә. Республикала этнотуризмды үҫтереүгә лә мөмкинлектәр киң. Ишембай районында урынлашҡан «Торатау» геопаркының «Изге Юрматы еренә рәхим итегеҙ» проекты авторҙары эше лә танылыу яуланы.