Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура -һауыҡтырыу комплексы 2009-2010 йылда тыуған үҫмерҙәрҙе район беренселеге буйынса волейбол ярышына йыйҙы. Спорт уйыны «Уҡытыусы һәм остаз» йылы сиктәрендә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм республиканың мәғариф алдынғыһы Закир Ҡаһарман улы Ғөбәйҙуллиндың кубогына уҙғарылды.
42 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Зәкир Ҡаһарман улы химия фәненән уҡыта. Төрлө йылдарҙа мәктәп директоры, район мәғариф бүлеге етәксеһе, райком профсоюзы рәйесе вазифаларын башҡарғанда ул үҙен оҫта, яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәтә. Коллегалары араһында ябай, кешелекле булыуы менән абруй ҡаҙана.
Турнирҙа район мәктәптәренән 12 команда ҡатнашты. Бик күптәре был спорт төрө менән ныҡлы шөғөлләнә. Волейбол - Таулыҡай мәктәбе уҡыусыларың да яратҡан уйыны. Уларҙы кәрәкле инвентарҙар менән “Ленин” ауыл хужалығы кооперативы һәм сығарылыш уҡыусылары ҡыуандырып тора. Быйыл иһә, 1976 йылда мәктәпте тамамлаусылар спорт формаһы бүләк иткән.
Зәкир Ғөбәйҙуллиндың туғандары үткәрелгән волейбол ярышына бағымсылыҡ ярҙамын күрһәтте. Сәмле һәм көсөргәнешле барған уйында беренселеккә Баймаҡ ҡалаһының йыйылма командаһы, икенсе урынға Ҡуянтау һәм өсөнсөгә Иҫке Сибай мәктәбе командалары лайыҡ булды.