Баймаҡта ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен ҙурлайҙар

Районда тантаналы сара үтә. Унда тармаҡтың алдынғы эшсәндәре һәм ветерандарға дәүләт бүләктәре тапшырыла. “Һауа торошона бәйле быйылғы уңыш былтырғынан әҙерәк. Әммә һөҙөмтәләр беҙҙе шатландыра”, тип белдерҙе район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә арналған саралар ноябрь башында үтә. Әле ауыл уңғандары майлы культураларҙы ура һәм шәкәр сөгөлдөрө ала.