Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында вертолет бар. Санитар авиация ауыр хәлдәге пациенттарҙы медицина ойошмаларына тиҙерәк алып барырға мөмкинлек бирә. Күптән түгел Көйөргәҙе районынан тәне бешкән хаҡлы ялдағы ҡатынды вертолет ярҙамында Өфөгә алып килделәр. “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы 2020 йылдан республикала санавиация эшләй. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләгән кеше ғүмере ҡотҡарылған.