Тиҙҙән яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Улар янына Башҡортостан Башлығы ла барҙы һәм батальонға байрағын тапшырҙы. Радий Хәбиров яугирҙар йәшәгән казармаларҙы ҡарап сыҡты, ашханала, хәрби дан бүлмәһендә булды. Ватан һаҡсылары менән яҡындан аралашты. Башҡортостан башлығы, федераль һәм республика ярҙам сараларына нигеҙләнеп, яугир ғаиләләрен хәстәрләүҙе Башҡортостан үҙ иңенә алыуын да белдерҙе.
Рәсәй гвардияһы ғәскәрҙәре составында Салауат Юлаев исемендәге беренсе ирекле бататальон 2022 йылда ойошторолғайны. Унда хеҙмәт итергә теләк белдереүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, Башҡортостан башлығы икенсе батальонды ойоштороу башланғысын да хупланы. Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыр алдынан яугирҙар әҙерлек үтә. Улар менән алғы һыҙыҡта сынығыу үткән инструкторҙар эш итә.