«Ватанды һаҡлаусылар дәүләт фонды» филиалында хәрби хәрәкәттәр ветерандары, уларҙың ғаиләләрен берләштергән йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу үтте. Сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яугирҙарға ярҙам итеү йүнәлешендә эшлекле килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Һуңғы 5 ай эсендә филиалға ете меңдән ашыу кеше ҡабул ителгән. Улар хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын алыу, юридик ярҙам, аҡсалата түләүҙәр, медицина ярҙамы мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт иткән. Бөтә һорауҙар фонд филиалы белгестәре һәм социаль координаторҙар ҡатнашлығында хәл ителә.