Белорет педагогия колледжы «Минең һөнәрем-IT» конкурсының төбәк этабын ҡабул итте

Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы федераль кимәлдә ойошторолған сара быйыл илдең 10 төбәгендә үтә. Башҡортостанда абруйлы конкурстың тап Белорет педагогия колледжы базаһында ойошторолоуы нигеҙһеҙ түгел. Һөнәри уҡыу йорто айти белгестәр әҙерләү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Урында андроид техникаһы оҫтаханаһы асылған, заманса технологиялар буйынса конкурстар, ярыштар даими ойошторола.

Белорет педагогия колледжы директоры Гөлшат Йомағужина әйтеүенсә, йәштәр араһында айти һөнәргә ҡыҙыҡһыныу көслө, был йүнәлештәге факультетҡа йыл һайын юғары конкурс күҙәтелә. Ә федераль кимәлдәге конкурс белемде камиллаштырыу, яңы эш алымдарын үҙләштереү мөмкинлеге бирә, йәш белгестәр өсөн яңы офоҡтар аса. Конкурстың программаһы бай һәм үҙенсәлекле. Йәштәр өсөн интерактив уйындар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, ҡатнашыусылар командаларға бүленеп үҙҙәренең презентация-кейстарын яҡланы. Еңеүселәр Мәскәүҙә үткән финал ярышында ҡатнашасаҡ.

Конкурстың төп маҡсаты булып айти белгестәренең яңы быуынын әҙерләү тора. Был сара шулай уҡ һөнәри йүнәлеш биреү, йәштәргә айти эшмәкәрлектең төп нескәлектәрен төшөндөрөү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Илдең һәр төбәгендә лә конкурсҡа ҡыҙыҡһыныу көслө, ҡатнашыусылар һәр ваҡыт күп

Игорь Иванов, «Минең һөнәрем - IT» конкурсы дирекцияһының өлкән эксперты