Мәҙәни башланғыстар Президент фонды һәм Башҡортостан башлығы гранттары ярҙамында яңы экспозиция материалдары, мультимедия ҡорамалдары, мәғлүмәт стендтары алынған. Тәүмаҡсат - 1812 йылғы француз яуында Парижға тиклем барып еткән ҡаһарман яугир Ҡаһым Мырҙашев исемен мәңгеләштереп, үҫеп килгәндә тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Музейҙа улар өсөн уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу ҙа ҡаралған.