«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Баймаҡ яҡташтар берлеге баш ҡалала йәшәгән райондаштарын ҙур концертҡа йыйҙы. Сара стратегик осрашыу менән башланды, концерт залының фойеһында райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ҡул эштәре оҫталары үҙ продукцияһын, милли ризыҡтар тәҡдим итте.
Концертты райондың билдәле шәхестәренең парлы бейеүе - ветерандар вальсы асты. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев яҡташтар алдында сығыш яһап, был сараның матур йолаға әйләнеүен билдәләне. Баш ҡалала йәшәгән яҡташтарҙы райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция ҡатнашыусыларҙың видео-сәләмдәре күрһәтелде. Сараны сәхнә йондоҙҙарының ҙур концерты даум итте.