Түбәнге Новгород өлкәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге Рәсәй Гвардияһының икенсе ирекле батальоны ойошторолған урында булды. Төбәк етәксеһе шәхси составты әҙерләү шарттары менән танышты һәм хәрбиҙәргә подразделение байрағын тапшырҙы. Осрашыу хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Башҡортостан Башлығының иң беренсе һорауы хәрбиҙәрҙең ғаиләләренең хәле хаҡында. Яугирҙар ҙа үҙҙәре өсөн түгел, ә яҡындары хаҡында борсола. Әммә Радий Хәбиров, һалдаттарҙы был мәсьәләлә хәүефләнмәҫкә саҡырып, беҙҙең тарафтан һәр ғаиләгә етди иғтибар бүленәсәк, тип белдерҙе.
Сәфәр барышында Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон хәрбиҙәренең йәшәү шарттары менән танышты, казармаларҙа булды, Хәрби Дан мөйөшөн ҡараны, Башҡортостан хәрбиҙәре менән аралашты. Тантаналы көндө хәрбиҙәргә байрамса әҙерләнгән төшкө аш тәҡдим ителде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров батальон командирына байраҡ тапшырҙы. Ул республика флагын хәтерләтә, Салауат Юлаевтың рәсеме ҡуйылған һәм хәрби подразделениеның исеме яҙылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Республикала Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре структураһына ингән Салауат Юлаев исемендәге беренсе батальон ойошторолдо. Хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр күп булыу сәбәпле, Башҡортостан Башлығы Рәсәй гвардияһы составында икенсе исемле подразделение булдырыу башланғысын хупланы. Уның сафына инеү өсөн 3 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән.
Башҡортостан яугиҙары махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыу тәжрибәһе булған инструкторҙарҙа хәрби әҙерлек үтә. Улар һәр минуттың ҡәҙерен белеп ваҡытын файҙалы үткәргән. Был һалдаттарға артабан ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы башҡарып сығыу мөмкинлеге бирәсәк.
Тиҙҙән һалдаттар хәрби әҙерлекте тамамлап, дислокация урынына махсус хәрби операцияға юлланасаҡ.
Гүзәл Борханова