Өфөнөң Октябрь районы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатырға әҙерләй

Хәрби бурысын үтәүселәрҙе ҡеүәтләп, Еңеүгә әйҙәү. Өфөнөң Октябрь районы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатырға әҙерләй. Был юлы алғы һыҙыҡтағыларға транспорт өсөн кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ яугирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән әйберҙәр тәшкил итә.

Баш ҡаланың Октябрь районындағы автосалондарҙың береһе сираттағы ылау әҙерләй. Был юлы ул «Нива» машинаһы өсөн кәрәк-яраҡтарҙан тора. Шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдары ла тупланған. Барыһы ла махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һорауы буйынса йыйыла.

Яугирҙарға кәрәк-яраҡтар Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенә бергә тупланғас та, фураларға тейәләсәк. Изге эшкә ҡала халҡы ла, эре ойошма-предприятиелар ҙа берҙәй ҡушыла.

Нефть һәм газ сәнәғәтенең технологик компанияһы тарафынан шулай уҡ ярҙам тәүгә күрһәтелмәй. Был юлы предприятие етәкселеге бронежилет, балаклава, өҫкө йылы кейемдәр әҙерләгән.

Азат Ғәлиуллин