Ун етенсе тапҡыр ойошторолған сарала Башҡортостан, Татарстан, Мордва республикалары, Һамар, Силәбе өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы йәш ғалимдары сығыш яһаны.
Белгестәр Көньяҡ Уралда археологик лабораториялар тарихы һәм үҫеше тураһында фекер алышты, музейҙар темаһын күтәрҙе. Шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында алып барылған археологик эш һөҙөмтәләрен барланы. Быйыл йәй Раил Кузеев исемендәге этнология тикшеренеүҙәр институты коллективы Альфред Халиҡов исемендәге археология институты вәкилдәре менән берлектә Боҫтанай ауылы эргәһендә ҡаҙыныу эштәре ойошторған.