Радий Хәбиров «Урал батыр» эпосы буйынса әҙерләнгән комикс тураһында социаль селтәрҙә яҙып сыҡты

Башҡортостан башлығы «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса әҙерләнгән комикс тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Уның авторҙары Айҙар Сәйғәфәров менән Таңсулпан Бураҡаева.

Комикс йәш китап уҡыусыларға оҡшаны. Бер нисә аҙнанан ул һатыуға сыға. «Мәҙәниәт, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе көсләп өйрәтеүе мөмкин түгел. Балалар һәм үҫмерҙәрҙе ҡыҙыһындырған яңы алымдар кәрәк. Комикс был йәһәттән бик шәп проект. Ул балаларҙа «Урал батыр» эпосын уҡырға теләк уятыр,- тип ышанам. Шуға ла мәҙәнәит һәм телде үҫтереүгә йүнәлтелгән барлыҡ проекттарҙың авторҙарына булышлыҡ итәбеҙ, шул иҫәптән, гранттар менән дә», - тип яҙған Башҡортостан башлығы.