Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға ылау әҙерләй

Яугирҙарға ярҙам. Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға тыуған ер йылыһын үҙ ҡулдары менән әҙерләгән ризыҡ аша тапшырыға ҡарар иткән. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Ауыл мәҙәниәт йортона йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулдарына күҙ эйәрмәй. 18 гүзәл зат алғы һыҙыҡта тыуған илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлаусы хәрбиҙәргә тыуған ер сәләмен туҡлыҡлы милли ризыҡ-туҡмас ҡырҡып тапшырырға ниәт иткән. Әҙерләгән ризыҡ һалдаттарға көс бирер, еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер, тигән изге маҡсат берләштерә уларҙы.

Түбәнге Хәжәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡҡа маскировка селтәрен, костюмын да үреп ебәргән. Бынан тыш, ауыл кешеләре ярма, макарон изделелары, көндәлек-кәрәк яраҡтар йыйып тапшыра. Яугирҙарға ярҙам ҡулы һыҙыуҙан бер кем дә ситтә ҡалмаған.

Түбәнге Хәжәттән махсус хәрби операцияла ике яугир ҡатнаша. Ауыл ағинәйҙәре илебеҙ именлеге өсөн ҡалҡан булып баҫҡан егеттәрҙең имен-һау, дошманды еңеп ҡайтыуын теләй. Быны «Фатима» фольклор төркөмөндә шөғөлләнеүселәр йыр-моңдар аша еткерҙе.

Ике сәғәт эсендә бишбармаҡ, ҡуллама өсөн ҡырҡылған һалмалар әҙер булды. Улар махсус контейнерҙарға тултырылды . Был юлы Түбәге Хәжәт ҡатын-ҡыҙҙары һалдаттарға 90-дан ашыу контейнерҙа туҡмас әҙерләне.

Түбәнге Хәжәттәр махсус хәрби операциялағы һалдаттарға өсөнсө тапҡыр гуманитар ярҙам ойоштора. Ҡатын-ҡыҙҙар йәйгән туҡмастар, аҙыҡ-түлек, райондың башҡа ауылдарынан йыйылған төҙөлөш материалдары, УАЗ автомобилдәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ноябрь аҙағында гуманитар коллонна менән махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыласаҡ.

Гүзәл Борханова