Халыҡ-ара дата 2004 йылда Бөтә донъя кулинарҙар йәмғиәте ассоциацияһы башланғысы менән булдырыла. Һөнәри байрамын Башҡортостандың мәғариф учреждениеларында эшләүсе 5 мең 500 хеҙмәткәр билдәләй. Улар миллион ярымдан ашыу баланы туҡландыра. Мәктәп ашнаҡсыларын бүләкләү Респуюлика Профсоюздар йортонда үтте.
Төбәктә балаларҙы туҡландырыу ике ысул буйынса ойошторола. Башҡортостан тәжрибәһе илдә иң яҡшыһы тип танылды, ә Бөтә Рәсәй мәктәп туҡланыуын модернизациялау конкурсында республика икенсе урынға лайыҡ булды. Белем биреү усаҡтары федераль кимәлдә лә баһаланды. “Иң яҡшы ҡала мәктәбе ашханаһы” бәйгеһендә Өфөнөң 161-се лицейы еңеп сыҡты. “Иң яҡшы ауыл мәктәбе ашханаһы” номинацияһында Иглин ауылының 1-се мәктәбе 3-сө урын алды.