Өфөлә «Беҙҙең быуын ҡиммәттәре: Рәсәй киләсәгенән ҡараш» йәштәр форумы үтте

Башҡортостан рустары соборы менән Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған сара төрлө милләт вәкилдәрен йыйҙы. Улар форум барышында шәхси маҡсаттарын билдәләне, Рәсәйҙең үҫеш траекторияһы буйынса фекер алышты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы бер көнгә йәштәр майҙансығына әйләнде. Өфө юғары уҡыу йорттарынан йыйылған 200-ҙән ашыу студент 14 командаға бүленеп Рәсәй киләсәге ниндәй булырға тейеш, тигән һорауға яуап эҙләне.

«Беҙҙең быуын ҡиммәттәре: Рәсәй киләсәгенән ҡараш» йәштәр фоумының төп маҡсаты - лидерҙарҙы асыҡлау. Башҡортостан рустары соборы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған сараға төрлө миләт вәкилдәре йәлеп ителгән. Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ошо маҡсатта ойоштороусылар миллион 700 мең һумлыҡ грант отҡан.

Дәртле, маҡсатлы, заман менән бергә атлаған йәштәрҙең бер майҙансыҡҡа йыйылыуы оло ҡыуаныс, ти ойоштороусылар.

Форумда проекттар төҙөү өлөшөнән тыш, төрлө өлкә белгестәре менән әңгәмә көтә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара барышында алынған һөҙөмтәләр методик ҡулланма булараҡ донъя күрәсәк.

Әлфинә Килдейәрова