«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы «ТЭФИ-KIDS»-2023 Рәсәй милли телевизион премияһына лайыҡ булды

«Тамыр»ҙың яңы еңеүе. «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS»-2023 Рәсәй милли телевизион премияһына лайыҡ булды. Кескәйҙәр өсөн популяр телепрограмма «Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу программаһы» номинацияһында билдәләнгән.

«Сәңгелдәк» - 30 йылдан ашыу тарихы булған «Тамыр» телеканалының тәүге тапшырыуҙарының береһе. Ошо ваҡыт эсендә программа бер нисә быуын малай-ҡыҙҙарҙың яратҡан тапшырыуына әүерелә, «Сәңгелдәк»тән йөҙҙәрсә экран йондоҙҙары үҫеп сыға. Әлеге ваҡытта «Тамыр» телеканалы кескәй тамашасыларға бихисап мауыҡтырғыс проекттар тәҡдим итеүендә лә «Сәңгелдәк»тең өлөшө ҙур.

«ТЭФИ-KIDS»-2023 Рәсәй милли телевизион премияһына «Сәңгелдәк»тең «Аҫалы балаҫ» темаһына арналған тапшырыуы лайыҡ булған. Халыҡ кәсебе серҙәренә балаларҙы Дәүләкән районынан 88 йәшлек ҡул эштәре оҫтаһы Нажиә Әхмәтвәлиева өйрәткән. Башҡорт йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәрен пропагандалаған проект федераль конкурстың абруйлы жюри ағзаларын хайран ҡалдырған.