Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мелитополь, Бердянский һәм Красный Луч ҡалаларынан гастролдән ҡайтты. Тур «Беҙҙең йорт - Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә ойошторолған. Коллектив Миңлеғәле Шайморатовтың батырҙарса һәләк булған һәм ерләнгән урындарында булып, биш йыл тиерлек концерт күрмәгән тамашасылар алдында «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы менән сығыш яһаны. Байрам саралары үткәрергә башта пандемия, һуңынан хәрби хәрәкәттәр ҡамасаулаған. Тамашасылар араһында урындағы халыҡ һәм яңы төбәктәрҙә инфраструктураны тергеҙеүҙә ярҙам иткән башҡорт ирекмәндәре лә бар ине.