Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль яңы төбәктәрҙә сығыш яһаны

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мелитополь, Бердянск һәм Красный Луч ҡалаларынан гастролдән ҡайтты. Тур «Беҙҙең йорт - Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә ойошторолған. Коллектив Миңлеғәле Шайморатовтың батырҙарса һәләк булған һәм ерләнгән урынында булып, биш йыл тиерлек концерт күрмәгән тамашасылар алдында «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы менән сығыш яһаны. Донбассҡа гастролдәр ҙур эштең финалы. Ансамбль етәксеһе Нәзир Байегетов сентябрҙә махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам оҙатып барҙы. Яугирҙарға автомобиль бүләк итеп, Шайморатов миҙалы менән бүләкләнеүселәр алдында сығыш яһаны. Был турала ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.

Ҡамсат бүрек урынына каска, сәхнә кейемен бронежилет алмаштыра. Хәйер, сәфәр үҙе лә төптө гастроль генә түгел. Нәзир Байегетов «Буханка» руле артында махсус хәрби операция биләмәһендә алғы һыҙыҡҡа елдерә. Бөгөн ул яугирҙар алдында сығыш яһай.

Күптән инде буш торған мәҙәниәт йортона республиканың мәртәбәле наградаларын аласаҡ яҡташтарыбыҙ йыйылған. Шайморатов миҙалы тапшырылған яугирҙарға тыуған яҡтан ижади күстәнәс алыу бигерәк тә ҡыуаныслы. Ләкин Нәзир Байегетов алғы һыҙыҡҡа сәхнәгә менер өсөн генә килмәгән. Тәү сираттағы маҡсат яугирҙар менән аралашыу, уларҙың уй-кисерештәре, эске донъяһы менән танышыу. Тәьҫораттар киләсәктә яңы бейеү нигеҙенә ятасаҡ, ти ул.

Тап шул ваҡытта Нәзир Байегетов Донбасс еренә ҙур концерт менән килеү теләге барлығын да әйтте. Ләкин хәүефһеҙлек буйынса был хаҡта алдан һөйләү мөмкин түгел ине. Афиша, иғландар булмаһа ла Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыштары аншлаг менән үтте. Тиҫтә йылға яҡын ҡурҡыу тойғоһо менән йәшәгән халыҡтың йөҙөндә йылмайыу , ихлас ҡыуаныс барлыҡҡ килде.

Мелитополь, Бердянск һәм Красный Луч . Донбастың һәр ҡалаһында ла ғәскәровсыларсың сығышы алҡыштарға күмелде. Тамашасыларға Фәйзи Ғәскәров һалған хореография композициялары менән бергә, донъя халыҡтары бейеүҙәре тәҡдим ителде. Концертҡа Луганск халыҡ республикаһында йәшәүселәрҙән тыш, яугирҙар, ҡалаларҙы тергеҙеүҙә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ ҙа килде.

Бейеүселәр Донбас халҡында онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ғәскәровсыларҙың данын Нәзир Байегетов үҙе алып барған «УАЗ» автомобиле лә хәтергә төшөрөп торасаҡ. Яҡташ яугирҙарыбыҙға тимер атҡа ҡушаматты ла оҙаҡ эҙләргә тура килмәне.

Айнур Кәбиров