428-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары өсөн төҙөлөш материалдары бушатыла. Ирәндек һыртында үҫкән ҡарағайҙан бысылған таҡталар блиндаждарҙы нығытыуҙа ҡулланыла ярҙам итәсәк. Баймаҡ районында тупланған сираттағы гуманитар ярҙам позицияларҙа уҡ бушатыла.
Украинала баш күтәргән фашизм менән аяуһыҙ көрәш алып барған егеттәр Баймаҡ районы мәғариф хеҙмәткәрҙәренә юҡҡа ғына рәхмәт һүҙҙәре еткермәй. Уҡытыусылар әле төбәктә махсус хәрби операцияға тыл ярҙамын ойоштороу буйынса әйҙәүсе көскә әйләнгән. Мәктәптәр яугирҙарҙың һулышын тоя, алғы һыҙыҡ менән даими бәйләнештә эшләй.
Ҡасандыр ауыл мәктәптәрен тамамлаған егеттәр бөгөн алғы һыҙыҡта. Уларҙың батырлыҡтары тураһында ишетеп ғорурланабыҙ,- ти Ярат урта мәктәбе директоры Миләүшә Юлдашбаева. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында белем усағында альбом әҙерләнгән. Уларҙың исемдәре геройҙар пантеонында урын алған. Педагогтар фронт ихтыяждары тураһында ла яҡшы хәбәрҙар. Ярат ауылы мәктәбен тамамлаған уҡыусыларҙың береһе мәҫәлән, яңы схема буйынса маскировкалау селтәрҙәрен үрергә кәңәш иткән.
Маскировкалау селтәрен үреүгә тотош ауыл ҡушылған.Ололар был эштә сиратлап ҡатнаша, балалар ҙа ярҙамға килгән.
Мәктәп ашханаһында иһә һалма ҡырҡалар. Алғы һыҙыҡта өй ризығы яугирҙарға көс өҫтәй,- ти Гөлсәсәк Мырҙаҡаева.
Махсус хәрби операцияла беҙҙекеләр күп ти, ашнаҡсы Хәлиҙә Ғәҙелшина. Башҡортостан егеттәренең барыһы ла күңелебеҙгә яҡын, шуға ла һалмаға изге теләк һәм доғаларыбыҙҙы ла ҡушабыҙ ти ул.
Йәй буйына Ярат халҡы яугирҙар өсөн шифалы үләндәр йыйған. Зәңгәр һәм һары мәтрүшкә, боланут, кейәү үләндәре, еләк, бөрлөгән япраҡтары, әрем ҡушып сәй әҙерләнә.
Махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтары өсөн мәктәп хеҙмәткәрҙәре ҡаҡ та ҡоя. Көҙгө ҡояш ҡыҙҙырмаһа ла, күңелдәр һүрелмәгән. Шуға ла ҡаҡты тиҙ арала киптереү сараһы ла табылған.
Ҡырҡ эштәрен ҡырҡ яҡҡа ташлап, Йомаш ауылы халҡы өмәгә сыҡҡан. Улар ҙа яугир яҡташтары өсөн сәй әҙерләй.
Сөгөлдөр ашы, быҡтырылған йәшелсәләр консервалана. Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярымфабрикаттар әҙерләй. Окопта саҡта банкалағы әҙер ризыҡты кәстрүлгә төшөрөп тиҙ арала аш бешереп алырға мөмкин.
Тыл ярҙамының алдынғылары уҡытыусылар. Дәрестән һуң улар ҙа ашнаҡсыларға ярҙамға ашыға.
Лицей уҡыусылары консерваларҙы биҙәй. Һәр этикетка үҙенсәлекле. Халыҡтың еңеүгә ынтылышы, балалар һүрәттәрендә сағылған.
Өфө яғыулыҡ энергетика колледжы Баймаҡ филиалы студенттары иһә блиндаж шәмдәре эшләү менән мәшғүл. Ҡалай консерваға һалынған картон өҫтөнә, балауыҙ һәм парафин ҡатнашмаһы һалына. Был шәм окопты, яҡтырта, һалдатты йылыта, аш әҙерләргә мөмкинлек бирә. Иң мөһиме, уның төтөнө сыҡмай.
Блиндаж шәмен әҙерләүгә уҡыу алдынғылары һәм йәмәғәт тормошо үҙәгендә булған студенттар һайлап алынған.
Эркет әҙер, һыуы һарҡҡас ҡоротта киптерергә ҡала. Үрге Нуғай ауылындағы ауыл хужалығы кооперативында алғы һыҙыҡҡа оҙатыу өсөн һөт ризығының сираттағы партияһы әҙерләнә.
Ҡорот халҡыбыҙҙың хәрби рухын күтәргән милли һөт ризығы. Ул 1812 йылға Ватан һуғышында Наполеон ғәскәре менән алышҡа юлланған яугирҙарға ла, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашистарға ҡаршы торған башҡорт атлыларына ла оҙатылған. Элек-электән ҡоротто һаҡлау мөҙҙәтен арттырыу өсөн киптереү һәм ыҫлау ысулдары ҡулланылған.
Алғы һыҙыҡҡа киптерелгән ҡорот оҙатыу өсөн предприятие махсус ҡаптар әҙерләнгән.
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Баймаҡ районы халҡы өсөн был һүҙҙәр һуңғы йылдарҙа тормош девизына әйләнде. Яҡындары алыҫта булһа ла, йөрәктәре уларҙың бергә тибә. Олоһо ла, кесеһе лә еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
Районда әҙерләгән гуманитар ылау Баймаҡ ҡалаһының үҙәк майҙанында туплана. Ике мең саҡрымдан ашыу юл үтеп, яҡындарының күңел йылыһы һалып әҙерләнгән ярҙам, алғы һыҙыҡта торған егеттәргә барып етә.
Ватанға хәүеф янағанда Башҡортостан халҡы элек-электән берләшеү көсөнә эйә. Алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙ дошманды тар-мар иткән үткер ҡылыс булһа, тылдағылар уларҙың ныҡлы ҡалҡаны. Махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған һәр әйбергә халыҡтың изге теләк һәм доғалары ҡушылған. Илебеҙ һағына баҫҡан батыр егеттәребеҙ еңеү менән имен-һау яҡындары янына әйләнеп ҡайтһын.
Рафиҡ Әхмәтшин